UA-108603820-1 Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! (Аҡмулла) — Свободный Урал
Следующий этап – аутолиз. И похороны.
26.11.2017
Цензура в российских социальных сетях
26.11.2017

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! (Аҡмулла)

Советтар осоронда Башҡортостан автономияһының башында ярлы башҡорт революционерҙары торҙо, тип яҙҙылар. Ысынында иһә, милли дәүләтселекте башҡорт халҡының алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы вәкилдәре ойошторғаны билдәле.

Башҡортостан мөхтәриәтенең етәксеһе, башҡорт милли ғәскәренең командующийы (ысынында иһә автономияның президенты булған) — ЗӘКИ ВӘЛИДИ, «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен тамамлаған (юғары мосолман уҡыу йорто), Ҡаҙан университетында лекциялар тыңлаған. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. 1917 йылға мосолман халыҡтары араһында билдәле тарихсы, сәйәси эшмәкәр булып танылған.

Башҡорт мәркәз шураһы (советы) рәйесе (1917) ШӘРИФ МАНАТОВ — Санкт-Петербург ҡалаһында Бехтерев институтының тарих-филология факультетында уҡыған.

Башҡортостан хөкүмәтенең тәүге рәйесе (хәҙергесә премьер-министры) ЮНЫС БИКБОВ — юрист, Ҡаҙан университетының юридик факультетында уҡыған.

Башҡортостан хөкүмәтенең икенсе рәйесе МӨХӘМӘТХАН ҠУЛАЕВ — медик, телсе. Ҡаҙан университетының медицина факультетында уҡыған.

Башҡортостан хөкүмәтенең ваҡытлы рәйесе (1919) УСМАН ҠЫУАТОВ — медик. Ҡаҙан университетының медицина факультетындә белем алған.

Башҡортостан хөкүмәтенең юридик бүлеге мөдире (юстиция министры тип тә атарға була) ИСКӘНДӘРБӘК СОЛТАНОВ, юрист, Ҡаҙан университетының юридик факультетында уҡыған. Революцияға тиклем адвокат булып эшләгән.

Башҡортостан хөкүмәтенең агрономия бүлеге мөдире ЯХЪЯ САЛИХОВ — Ново-Александровский ауыл хужалығы институтында белем алған.

Башҡортостан хәрби-революцион комитеты (Башҡортостандың революцион хөкүмәтенең) рәйесе ХАРИС ЙОМАҒОЛОВ — Мәскәү ауыл хужалығы институтында белем алған.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

13 + 6 =

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Website Malware Scan